– Был йүнәлештә ниндәй ҡатмарлы, фәнни эҙләнеү алып барылғанын яҡшы аңлайым. Бында алдан фаразлауы ауыр, мөмкин дә түгел, уның файҙаһы, хәүефһеҙлеге иҫбатланырға тейеш.
Вакцинаны тейешле күләмдә тиҙ арала етештереү, алдан сәнәғәт ҡеүәтен резервта тотоп, әҙерләү өсөн шулай ҙа уның ҡасан эшләнеп бөтөү ихтималлығын беҙгә белергә кәрәк, – тине ил етәксеһе.