Урман хужалығы министры урынбаҫары Венер Вәхитов билдәләүенсә, быйыл 14 мең 200 гектар майҙансыҡта урмандарҙы тергеҙеү планлаштырылған, шул иҫәптән 7 мең 400 гектарҙа ағас ултыртыу күҙаллана.
– Был эшкә халыҡ та йәлеп ителә. Үткән йыл беҙҙә «Йәшел Башҡортостан» тигән акция үтте. Быйыл да уны уҙғарасаҡбыҙ. Еңеү көнөнә арнап аллеялар, яңы парктар барлыҡҡа киләсәк, – тине ул.
Әйтергә кәрәк, урмандарҙы тергеҙеү эштәрен башҡарыу өсөн республикабыҙҙа 71 миллион төп ултыртыу материалы булған 105 урман питомнигы бар.