+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Апрель 2020, 18:10

"Өйҙә уҡырға ярҙам ит" акцияһы дауам итә

Коронавирус пандемияһы арҡаһында бөтә уҡыусылар һәм студенттар дистанцион уҡыуға күскәс, бөтә ғаиләләр ҙә был көтөлмәгән хәлгә әҙер булмай сыҡты.

Республиканың Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 10 мең тирәһе уҡыусыға компьютер кәрәк.
Шуға ла «Берҙәм Рәсәй» партияһы Рәсәй Хөкүмәте менән берлектә «Өйҙә уҡырға ярҙам ит» тигән акция программаһын булдырғайны. Аллаға шөкөр, техника йыйыла, изге күңелле кешеләр етерлек. Гаджеттарға мохтаж уҡыусылар исемлеген район һәм ҡалаларҙың мәғариф идаралыҡтары төҙөй. Иң тәүҙә сығарылыш синыфы уҡыусыларына тапшырыласаҡ. Кемдәрҙең ғаиләһендә бер нисә уҡыусы, кемдәргә компьютер етешмәй, мәғариф идаралыҡтарына мөрөжөғөт итергә кәрәк.
Читайте нас: