-11 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Апрель 2020, 13:29

Бөгөн – Инглиз теле көнө

Был көн, башҡа Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының рәсми телдәре көндәре кеүек үк, тәүге тапҡыр 2010 йылда билдәләнә. Байрам итеү көнө итеп бөйөк инглиз шағиры, яҙыусыһы, донъяның киң билдәле драматургы Уильям Шекспирҙың тыуған көнө алына.

Әлеге мәлдә инглиз теле донъя теле тип иҫәпләнә, был телдә миллиардтан ашыу кеше һөйләшә. Инглиз теле инглиздәрҙең генә түгел, АҠШ, Ирландия, Канада, Мальта, Австралия, Яңы Зеландияла йәшәүселәрҙең дә аралашыу теле. Ул Азия һәм Африканың ҡайһы бер дәүләттәрендә рәсми тел булараҡ ҡулланыла.
Байрам көнөндә инглиз теле һәм мәҙәниәте менән танышырға теләүселәр өсөн «түңәрәк өҫтәлдәр», конференциялар, конкурстар, фәнни-популяр күргәҙмәләр, тел дәрестәре үткәрелә.
Читайте нас в