+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Апрель 2020, 19:03

Бәхил бул, Риф ағай!

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премия лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Ишембай районының почётлы гражданины, «Йәншишмә» гәзитенең яҡын дуҫы Риф МИФТАХОВ 81-се йәшендә арабыҙҙан китеп барҙы.

Ул Ишембай районы Кинйәбулат ауылында тыуған, «Өскөл хаттар», «Тормош ағасы», «Уртаҡлашыр серҙәр», «Ябай мөғжизә», «Батыр егет – ил күрке», «Күҙ йәштәре», «Ғишыҡ тотоу – ут йотоу» һәм башҡа шиғырҙар, поэмалар, повестар, хикәйәләр йыйынтыҡтары авторы.
Риф Фәйзрахман улы мәктәп йылдарында уҡ ижад менән шөғөлләнә башлай. Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгән шағир «Өскөл хаттар» тигән тәүге йыйынтығында хәрби тематиканы тәүге урынға ҡуя. Артабанғы йылдарҙа баҫылып сыҡҡан китаптары уның яңы йүнәлештәге талантын күрһәтә.
Риф ағайҙың тиҫтәләгән шиғырҙарына йырҙар ижад ителгән. Прозала ла уңышлы ижад итә, юмор һәм сатира өлкәһендә лә әүҙем эшләүсе булараҡ таныла, тәржемә менән дә даими шөғөлләнә. Уның үҙенең шиғырҙары ла урыҫ, белорус, төрөк, удмурт, сыуаш телдәренә күсерелгән.
Яҙыусылар союзынан хәбәр итеүҙәренсә, Риф Мифтахов менән хушлашыу иртәгә, 24 апрелдә, иртәнге 9 сәғәттә Ғөбәйҙуллин урамы, 21/2 адресы, 17-се фатир адресы буйынса уҙасаҡ. Мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ!

"Йәншишмә" гәзите редакцияһы коллективы.


МИРАҪ
Тыуғанымдан киткәнемә тиклем –

Ғумер буйы йыйған милкемде,

Улым, ҡыҙым, һеҙгә ҡалдырамын

Иң ҙур мираҫ – туған телемде.


Ул да миңә әсәй-атайымдың

Иң берҙән-бер ғәзиз мираҫы,

Ул да һеҙгә ғумер буйы ерҙә

Һулар һауа кеуек булһасы.


Мең йыл буйы халыҡ аҡылының

Мең тылсымын йыйған хазина,

Юҡ, һатылмай, сөнки мөмкин тугел

Баһа ҡуйыу уның хаҡына.


Кукрәк һөтө, бишек йыры менән

Ингәндә ул йәнде имләгән,

Юҡҡамы ни кеше туған телен

Тыуған иле менән тиңләгән.


Яратҡанда – бал-май булып тамған,

Нәфрәттәрҙә – уҡтай ҡаҙалған.

Быуаттарҙың гөлө һәм теленән-

Халыҡ яҙмышынан яралған.
Туған телдә күпме сәсән, шағир

Йырға һалған яҡты өмөтен.

Быуындарҙан быуындарға биргән

Байраҡ итеп – моңон, хаҡ һуҙен.


Халҡым барҙа туған телем булыр,

Тик һеҙ уға ғәмһеҙ булмағыҙ..

Яҙыҡ булыр әгәр үҙегеҙҙе

Аманаттан өҫтөн булһағыҙ.


Тынғы белмәҫ йәнем... Ошо ерҙән

Мин киткәс тә уйҙа ятырмын.

Ейәндәрем туған телен белһә,

Һөйләшергә кире ҡайтырмын.


Олатайҙарҙан, әсәйемдән алған -

Ғумер буйы йыйған милкемде.

Улым, ҡыҙым, һеҙгә ҡалдырамын

Бөйөк мираҫ – туған телемде.

Читайте нас: