+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Апрель 2020, 21:05

Республикала йылғалар таша

Республиканың гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә 25 апрелдә Өфөлә Ағиҙелдең ташыуы көтөлә.

Граждандарҙы яҡлау идаралығынан Өфө районында ҡайһы бер урындарҙа юлдарҙың һыу аҫтында ҡалыу ихтималлығын да хәбәр итәләр. Яҙғы ташҡын үтмәйенсә, һыу баҫыу хәүефе янаған баҡсаларға бармай тороу хәйерле, тип кәңәш бирәләр.
Һыу ташҡан осорҙа балалар ҙа һаҡ булһын ине. Йылғаларҙың ажарланып аҡҡанын ҡарарға яр буйына яҡын барыусылар күп. Бәләкәстәрҙе күҙ уңынан ысҡындырмаһағыҙ ине, үҙҙәре генә һыу буйына сығып китмәһендәр. Әле күп райондарҙа һыу ташҡан осор. Белорет, Архангель, Ишембай, Мәләүез, Балаҡатай райондарында юлдарҙы, урамдарҙы һыу баҫҡан.
Ташҡындың ниндәй булырын дөрөҫ кенә күҙаллауы ла ҡыйын, тәбиғәт бит ул. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт, буралар ағып киткән йылдар булды. Хатта кешеләр ҙә... Алла һаҡлаһын.
Читайте нас: