+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Апрель 2020, 02:10

"Коронавирустан һуң донъя: Евразия йөрәгенән ҡараш"

28 апрелдә ошо исем менән халыҡ-ара онлайн-форум уҙасаҡ. Уны ойоштороусылар – Башҡортостан хөкүмәте, Юғары иҡтисад мәктәбе һәм Стратегик башланғыстар агентлығы. Эпидемия еңелер, әммә артабан нимәләр эшләргә, кризистан нисек сығырға, тормошто тиҙерәк яйға һалырға?

Сарала коронавирустың эҙемтәләре, иҡтисадты тергеҙеү һәм үҫтереү, шулай уҡ уны цифрлаштырыу тураһында фекер алышыу планлаштырыла. Бөтәһе 25 илдән 100-ҙән ашыу спикерҙың ҡатнашыуы көтөлә. Пргораммала 10 секция эше һәм 2 пленар кәңәшмә ҡаралған.
«Коронавирустан һуң донъя: Евразия йөрәгенән ҡараш» беренсе халыҡ-ара онлайн-форумы bashkiria-live.com платформаһында уҙғарыла. Сараға 25 апрелдән теркәлергә мөмкин.
Читайте нас: