+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Апрель 2020, 10:00

Биш район автоклублы буласаҡ

«Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә республикабыҙҙың биш районында күп функциялы мәҙәни үҙәктәр – автоклубтар барлыҡҡа киләсәк.

Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тәүге автоклуб Нуриман районына килтерелгән дә инде. Был районда 51 тораҡ пункты иҫәпләнә, шуларҙың 24-ендә генә клуб бар. Район үҙәгенән иң төпкөл ауылға тиклем ара – 60 саҡрым. Автоклуб мәҙәни-ял итеү үҙәге булмаған тораҡ пункттарында тулы концерттар үткәрергә мөмкинлек бирәсәк.
Ошо йылдың аҙағынаса Баймаҡ, Йылайыр, Ҡариҙел, Тәтешле райондары автоклублы буласаҡ.


Читайте нас: