+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Апрель 2020, 23:26

Оборона министрлығына ҡараған уҡыу йорттарында уҡыу йылы алдан тамамланасаҡ.

Рәсәй Федерацияһы Оборона министры Сергей Шойгу бөгөн шулай тип бедерҙе. Был коронавирус пандемияһы менән бәйле.

Юғары уҡыу йорттарына әҙерлек учреждениеларында белем алыусылар тулыһынса быйылғы программаны үтеп бөткән. Ҡайһы бер хәрби белем биреү учреждениеларында коронавирус табылыу сәбәпле, уның таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн курсанттар яҙғы каникулға ла сыҡмайынса уҡыған. Улар 30 апрелдән үк йәйге каникулға сығасаҡ. Ә юғары уҡыу йорттары 5 майға тиклем уҡыясаҡ.
Бөтәһе лә өйҙәренә тараласаҡ, ә кемдәр карантинда, уны үткәндән һуң ебәреләләр.
Читайте нас: