100 балл йыйыусыларҙы бүләктәр көтә
Республикабыҙҙа уҡыусылар өсөн экология диктанты үтәсәк. Уны мәғариф һәм фән министрлығы Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе менән берлектә ойоштора.
Онлайн-диктантта V – XI синыф уҡыусылары ҡатнаша ала. Ул 30 апрелдә bashdict.ru сайтында көндөҙгө сәғәт 1-ҙән 3-кә тиклем барасаҡ. Уҡыусыларға экология темаһына 30 һорауға яуап бирергә тәҡдим ителә. Ҡатнашыусыларға сертификаттар биреләсәк, ә 100 балл йыйыусыларҙы Рус география йәмғиәтенең бүләктәре көтә.