+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Апрель 2020, 21:59

11 майға тиклем ошо режим дауам итә

Бөгөн Президент Владимир Путин коронавирус менән бәйле кәңәшмәлә 6, 7, 8 майҙы ла эш көндәре булмаясаҡ, эш хаҡтары һаҡланасаҡ, тип белдерҙе. Тимәк, үҙизоляция 11 майға тиклем дауам итә.

Ил етәксеһе әйтеүенсә, коронавирус эпидемияһының таралыуын тотҡарлаһаҡ та, хәл ҡатмарлы булып ҡала, пикты үтмәгәнбеҙ әле. Шулай уҡ Путин хөкүмәткә 5 майға тиклем әлеге сикләүҙәрҙән эҙмә-эҙлекле рәүештә, яйлап сығыу юлдарын күрһәтеп, рекомендациялар әҙерләргә ҡушты.12 майҙан һәр төбәк коронавирус менән бәйле үҙ хәлен иҫәпкә алып, ҡәҙимге тормошҡа ҡайта башлаясаҡ. Әммә ҡайһы бер урындарҙа эпидемия Мәскәү менән сағыштырғанда әллә күпмегә һуңыраҡ башланды, тимәк уларҙа үҙизоляция режимы артабан да дауам итеүе бар. Сикләүҙәрҙе кәметергәме, киреһенсә көсәйтергәме - һәр төбәк үҙ хәленән сығып эш итәсәк.
Шулай уҡ Хөкүмәткә иҡтисадҡа һәм граждандарға булышлыҡ итеү буйынса саралар пакетын әҙерләргә ҡушылды.
Читайте нас: