+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Апрель 2020, 16:24

Бөгөн Владимир Путин тағы халыҡҡа мөрәжәғәт итәсәк

Илдә коронавирус пандемияһы менән бәйле 30 апрелгә тиклем үҙизоляция режимы индерелгәйне. Уны 12 майға тиклем оҙайтыуҙары ихтимал.

Был турала, моғайын, бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин коронавирус буйынса үткәрәсәк кәңәшмәлә билдәле булыр. Видеоконференция режимында үтәсәк сарала бөтә төбәктәрҙең дә етәкселәре ҡатнашырға тейеш. Ә унан алда, Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 5-тә, Президент халыҡҡа сираттағы мөрәжәғәте менән сығыш яһаясаҡ.
Читайте нас: