+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Апрель 2020, 10:32

Благоварҙа заманса китапхана августа асыласаҡ

Благовар районының китап яратыусылары өсөн дә һәйбәт яңылыҡ. Бында «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә август айында үҙәк моделле китапханаһы асыласаҡ.

Китапхананы ремонтлау һәм яңыртыу эштәре быйыл ғинуар айында уҡ башланған. Уның директоры Ангелина Францевна Шиль белдереүенсә, китапхананың йөҙө тулыһынса үҙгәрәсәк, күп функциялы залдар, һанлы китапхана ресурстарына инеү мөмкинлеге биргән яңы заманса мультимедия ҡоролмалары, яңыртылған китап фонды, һаулығы буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәргә лә уңайлыҡтар барлыҡҡа киләсәк.

Читайте нас: