+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Апрель 2020, 01:30

Поезда йөрөһәң, аралыҡ һаҡла!

Май байрамдары ваҡытында поезда йөрөүселәр ҙә күбәйер әле. Үҙизоляция ваҡытында унда ла яңы ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәклеген онотмағыҙ.

Куйбышев тимер юлы матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, купела ике кеше генә бара ала, ә бүлектәрҙә өсәүҙән артыҡ түгел. Ике кешелек урындарҙа - тәҙрә төбөндәге, өс кешегә иҫәпләнгәнендә ике яҡ ситкә ултырып, урталағы урынды буш ҡалдырырға кәрәк икән.
Был ҡағиҙәләр ғаилә менән йөрөгән йәки билеттарҙы алдан уҡ алып ҡуйған пассажирҙарға ҡағылмай, тиҙәр.
Читайте нас: