+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Май 2020, 18:03

Иртәгәнән битлек режимы башлана

Республика Башлығы Радий Хәбиров 30 апрелдә үткән Хөкүмәт кәңәшмәһендә, 4 майҙан Башҡортостанда битлек режимы индереләсәге тураһында белдергәйне.

Йәмәғәт урындарында битлекһеҙ йөрөргә ярамай. Ни өсөн нәҡ 4 майҙан? "Сөнки мин халыҡҡа ошо битлектәрҙе тыныс ҡына һатып алыу мөмкинлеген бирергә теләйем, кемдер тегер, кемгәлер беҙ ирекмәндәр аша тапшырырбыҙ, ундай мөмкинлегебеҙ бар", - тине Радий Фәрит улы.
Республикала тәүлегенә 150 мең битлек етештереү мөмкинлеге бар, шулай булғас, һатыуға ла етерлек кимәлдә сығарылыр. Шулай итеп, иртәгәнән битлекһеҙ урамға сығырға ярамай.
Читайте нас: