+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Май 2020, 23:18

Республикабыҙҙа битлектәр бушлай таратыла

Башҡортостанда #ЯрҙамғаБитлек республика акцияһы башланды. Ике көн эсендә алты ҡала халҡы 50 меңдән ашыу битлек аласаҡ.

Ирекмәндәр уларҙы кешеләр күп йөрөгән урындарҙа – аҙыҡ-түлек магазиндары, дарыуханалар, заправкалау станциялары янында тарата.
Баш ҡалала йәшәүселәр акция сиктәрендә тәүгеләрҙән булып һаҡланыу сараларын алды. Өфөнөң ете районына килтерелгән бишәр мең битлекте «Беҙҙең хәстәрлек» проекты ирекмәндәре таратты. Көн дауамында Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Мәләүез һәм Күмертау ҡалаларына ла өсәр мең һаҡланыу сараһы ебәрелде.
Әйткәндәй, 4-енән 9 майға тиклем кеше йөрөгән урындарҙа ирекмәндәр Георгий таҫмаларын да таратып торасаҡ.
Читайте нас: