+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Май 2020, 10:00

Чаянданан яҡташтарыбыҙ ҡайтҡан

Саха(Яҡут) Республикаһының Чаянда ятҡылығында вахта ысулы менан эшләгән эшселәр араһында коронавирус менән сирләүселәр барлығы апрель урталарында асыҡланғайны.

Шунан һуң да эшселәр сир йоҡтороу хәүефе аҫтында ҡасабала ҡалырға мәжбүр була. Унда төрлө яҡтарҙан 10 меңләгән кеше вахта ысулы менән эшләй. Апрель аҙағында ундағы яҡташтарыбыҙ митинг үткәреп, Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт итте. Саха (Яҡут) республикаһы етәксеһе лә Башҡортостан Башлығына яҡташтарҙы ҡайтарыу буйынса ярҙам һораны. беҙҙең республиканан 1 мең 800 кеше эшләй икән. Радий Фәрит улы, уларға ярҙам итәсәкбеҙ, тип белдерҙе.
Кисә тәүгеләрҙән булып Магнитогорск ҡалаһына 200 кеше ҡайтып төштө. Улар - Хәйбулла, Баймаҡ, Йылайыр райондары, Сибай, Баймаҡ ҡалаларынан. Ике аҙна Әбйәлил районындағы бер шифаханала обсерваторҙа булғас, тыуған йорттарына ҡайтарыласаҡтар. Яҡут республикаһында тағы 1 мең 600 яҡташыбыҙ ҡала. Бер аҙна эсендә уларҙы ла алып ҡайтыу планлаштырыла.
Читайте нас: