+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Май 2020, 23:05

Герой миҙалы ҡайта

9 майҙа Мәскәүҙән легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовтың "Алтын Йондоҙ" миҙалын алып киләсәктәр.

Был - Советтар Союзы(Рәсәй) геройҙарына ғына тапшырыла торған награда. Белеүебеҙсә, Президент Владимир Путин 2020 йылдың 30 мартында 112-се башҡорт атлы кавалерияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә күрһәткән батырлығы, ҡаһарманлығы өсөн үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме биреү тураһындағы указға ҡул ҡуйғайны. Республика Башлығы Радий Хәбиров был көтөп алған тарихи ваҡиғаны лайыҡлы һәм юғары кимәлдә ойошторасаҡбыҙ, тип белдерҙе.
Читайте нас: