+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Май 2020, 23:19

Мохтаждарға аҙыҡ-түлек йыйылмаһы әҙерләнгән

Республикабыҙҙың Йәмәғәт палатаһы 70 аҙыҡ-түлек йыйылмаһы өсөн аҡса йыйған.

Улар коронавирус пандемияһы осоронда ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә тапшырыласаҡ. Иң беренсе йәһәттә аҙ тәьмин ителгәндәргә, аҙ хәрәкәтләнгәндәргә, өлкән йәштәгеләргә, инвалидтарға, эшһеҙ ҡалғандарға һәм балаларын яңғыҙы тәрбиәләүсе әсәйҙәргә ярҙам күрһәтеләсәк.
Йәмәғәт палатаһынан хәбәр итеүҙәренсә, аҙыҡ-түлектең сифаты ентекле тикшерелгән. Яҡын арала улар тейешле адрестарға алып барып еткереләсәк.
Читайте нас: