Бинаны төҙөкләндереү барышында колонналары һәм нигеҙе нығытылған, ағас таяуҙары тимер-бетонға алыштырылған. Унан тыш, инженер коммуникациялары, түбәһе, тәҙрәләре, канализация торбалары алыштырыла, лифт өсөн шахта ҡорола, бинаның алғы күренеше рәткә килтерелә.
Әле төҙөүселәр план буйынса ҡаралған төҙөлөш эштәрен башҡарып бөткән. Эске биҙәкләү, инженер селтәрҙәре, ҡоролмаларҙы ҡуйыу, дауахана биләмәһен матурлау эштәрен йыл аҙағынаса тамамлау күҙаллана.