+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Май 2020, 08:48

Сабыйҙарға дауалау карауаттары алынды

Өфөнөң 17-се ҡала балалар клиник хәстәханаһына «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының «Уңайлы мөхит» программаһы сиктәрендә сабыйҙар өсөн ике дауалау-реабилитациялау карауаты алынды.

Был карауат кескенә балаларға уникаль массаж эшләргә мөмкинлек бирә. Уның тире һәм мускулдарға механик тәьҫире үҙәк нервы системаһына сигналдар ебәреүҙе көсәйтә. Һөҙөмтәлә тын алыу, ҡан әйләнеше яҡшыра. Был иһә нервы системаһы эшмәкәрлеген тиҙерәк тергеҙергә булышлыҡ итә. Карауатты ҡулланыу балаларҙың һауығыуын да тиҙләтә.

Читайте нас: