+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Май 2020, 08:13

Өфө сәнғәт колледжының музыкаль уйын ҡоралдары яңыртыла

Өфө сәнғәт колледжына «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә биш «Михаил Глинка» фортепианоһы алынды.

– Беҙ «Рәсәй халыҡтарының милли уйын ҡоралдары» синыфындағы бүлекте тулыһынса яңырттыҡ. Колледждың уҡытыусылары һәм студенттары уҡыу йортон республикабыҙҙағы һәм Рәсәйҙәге ижади киңлектә лайыҡлы күрһәтер өсөн бөтә көсөн һаласаҡ, – ти колледждың директоры Лидия Воробьёва.
«Мәҙәниәт» милли проектына ярашлы, Өфө сәнғәт колледжы республикабыҙҙың модернизацияланған һөнәри белем биреү ойошмалары исемлегенә индерелгән. Башҡортостан етәкселеге, мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән 2020 йылда колледждың музыкаль ҡоралдары яңыртыласаҡ, художество бүлегенә кәрәкле ҡорамалдар, методик әҙәбиәт һатып алынасаҡ.

Читайте нас: