+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Май 2020, 08:17

«Правда» гәзитенең 1945 йылғы һаны таратыласаҡ

Рәсәй Президенты Владимир Путин март айында Севастополдә музей-күргәҙмә комплексында йәмәғәтселек менән осрашыуында 1945 йылдың 10 майында сыҡҡан «Правда» гәзитенең күсермәһен таратыу идеяһын хуплағайны.

Еңеү көнө алдынан «Йәш гвардия» ағзалары халыҡҡа ошо гәзиттең аныҡ күсермәһен таратасаҡ, тип хәбәр итә «Парламент» гәзитенең матбуғат хеҙмәте. 75 йылғы ҡомартҡынының сығарылышын әүҙем кешеләр фотоға төшөрөп, сығартып алған. Ирекмәндәр баҫманы үҙҙәре ярҙам иткән ветерандарға аҙыҡ-түлек, дарыуҙар менән бергә тапшырасаҡ. Еңеү көнө уңайынан гәзиттең 30 мең данаһын таратыу планлаштырыла.

Читайте нас: