+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Май 2020, 00:42

Рәсәйҙә туризм үҫешәсәк

Быйыл сәйәхәт итергә яратыусылар сит илдәргә сыға алмаҫ. Уның ҡарауы Рәсәй буйлап туризмды үҫтереүгә күп көс һалынасаҡ.

Президент Владимир Путин бөгөн Транспортты үҫтереүгә арналған видеокәңәшмәлә шулай тигән. Халыҡ-ара туризм туҡталып ҡалғанда илебеҙҙәге транспортты, ҡунаҡханалар комплексын эске туризмды үҫтереүгә йүнәлтергә ҡушҡан. Туризм өлкәһе коронавирус арҡаһында ныҡ ҡына зыян күрҙе шул. Бығаса сит илдәргә осҡан самолеттар ҙа хәҙер Рәсәйҙәге матур урындарға туристар ташыр инде, яңы маршруттар булдырылыр. Күптәр Ҡара диңгеҙгә лә барырға ярамаҫмы икән ни, тип борсола ине. Ярар, тик ошо май байрамдарында халыҡҡа эркелешеп урамға сыҡмай, саҡ ҡына түҙергә кәрәк, шул ваҡытта вирус йоҡтороусылар күбәймәҫ, сикләүҙәрҙе лә тиҙерәк туҡтатырҙар, яйлап ҡәҙимге тормошҡа ҡайтырбыҙ.
Читайте нас: