+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Май 2020, 19:01

Аҡсаң артыҡ булһа, битлекһеҙ йөрө

Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында 4 майҙан битлек кеймәйенсә урамда йөрөргә ярамай. Бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары битлек режимын боҙған өсөн штраф һалыныуы тураһында ҡанун ҡабул итеп, республика Башлығына ҡултамға ҡуйырға ебәргән.

Документҡа ярашлы, республиканың норматив-хоҡуҡи акттары талаптарын боҙған өсөн граждандарға иҫкәртеү йәки 1 меңдән 3 меңгә тиклем штраф ҡарала. Юридик шәхестәргә штраф тағы ла ҙурыраҡ.
Константин Толкачев, коронавирус таралыуына ҡаршы йүнәлтелгән профилактик сараларҙы үтәү әлеге үҙизоляция режимынан сыҡҡан осорҙа бигерәк тә мөһим, тип белдерҙе.
Битлек кеймәйенсә урамда, йәмәғәт транспортында, магазиндарҙа йөрөмәйек.
Читайте нас: