+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Май 2020, 10:46

«Музейҙар төнө» онлайн рәүештә үтәсәк

«Музейҙар төнө» Бөтә Рәсәй акцияһы тәүге тапҡыр онлайн рәүештә ойошторола.

16 майҙа киске сәғәт 6-ла республикабыҙҙың дәүләт һәм муниципаль музейҙары үҙҙәренең социаль селтәрҙәрендәге төркөмдәрендә һәм «YouTube» каналында өс тема буйынса ҡыҙыҡлы материалдар тәҡдим итәсәк.
  1. «Хәтер һәм дан кисе» Еңеүҙең 75 йыллығына арнала. Яҡташ геройҙар, һуғыш йылдары хаҡында мәғлүмәттәр һөйләнәсәк, музейҙарҙа һаҡланған экспонаттар менән таныштырыу көтөлә.
  2. «Музейға рәхим итегеҙ!» тигәнендә музей тарихы һәм уға нигеҙ һалыусылар хаҡында бәйән ителә, музейҙарҙың коллекциялары һәм экспозициялары күрһәтелә.
  3. «Ҡыҙыҡһыныуҙар музейы»нда музей хеҙмәткәрҙәре һәм оҫталар балалар һәм өлкәндәр өсөн видеооҫталыҡ дәрестәре үткәрә.
  4. Һуңғы яңылыҡтар һәм иң ҡыҙыҡлы материалдар «Музейҙар төнө – 2020» акцияһы интернет биттәрендә https://vk.com/nightmuseumrb ҡуйылып барасаҡ.
    Читайте нас: