+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Май 2020, 09:09

Дәүләт хеҙмәте порталы тотороҡло эшләй башлаған

Балалар түләүҙәренә ғаризалар күп һанда килеү сәбәпле, Дәүләт хеҙмәте порталы тәүге көндән үк үҙ бурысын атҡарып сыға алмаған.Быға ҡарата Рәсәй Президенты Владимир Путин да тәнҡитләүен белдерҙе.

Рәсәйҙең Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, порталдың ҡеүәтен арттырғас, сайт тотороҡло эшләй башлаған. Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 12 майҙа порталға 17 миллиондан ашыу кеше ингән, уларҙан 2 миллиондан ашыу ғариза ҡабул ителгән. Был уртаса йөкләмәнән 10 тапҡырға күберәк.
Унан алда Рәсәй Президенты Владимир Путин 3-тән 15 йәшкә тиклемге балаларға 1 июндән 10 мең аҡса бирелә башлауы тураһында хәбәр иткәйне. Уға ғаризаларҙы Дәүләт хеҙмәте порталы, Пенсия фонды бүлексәләре йәки күп функциялы үҙәктәр аша бирергә мөмкин. Бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе Рәсәйҙәге 27 миллион бала аласаҡ.


Читайте нас: