+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Май 2020, 08:26

Музыка уйын ҡоралдары һатып алына

Өфөнөң 3-сө балалар сәнғәт мәктәбе күптән көтөп алынған уйын ҡораллы булды. «Yamaһa» роялен һатып алыуға федераль ҡаҙнанан 1 миллион 400 мең һәм ҡала ҡаҙнаһынан 116 мең һум аҡса бүленгән.

Баш ҡаланың Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә 3-сө балалар сәнғәт мәктәбенә ноутбук, тамбурин, оркестр ҡыңғырауҙары һәм сольфеджио буйынса уҡыу материалдары ла һатып алынған.
Әйткәндәй, милли проектҡа ярашлы, Өфөнөң балалар сәнғәт мәктәптәренә музыка уйын ҡоралдары менән байытылыуға өҫтәмә финанс ярҙамы бирелде. Үткән йылда республикабыҙҙың мәҙәниәт министрлығы тарафынан уларға 4 миллион 200 мең һумға 12 «Николай Рубинштейн» пианинолары һатып алынғайны. Быйыл иһә 5-се һәм 9-сы балалар музыка мәктәптәре уйын ҡоралдары менән тулыланды. Был иһә оҫталыҡ кимәлен тағы ла күтәрергә, фестиваль-конкурстарға юғары ҡаҙаныштарға ирешергә мөмкинлек бирәсәк.


Читайте нас: