+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Май 2020, 13:01

«Һуңғы ҡыңғырау» байрамы ҡасан үтәсәк?

Сығарылыш синыф уҡыусылары «Һуңғы ҡыңғырау» сыңын 29 майҙа ишетәсәк. Тик улар өсөн байрам ғәҙәти булмаған рәүештә ойошторола.

Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин белдереүенсә, федераль министрлыҡтың рекомендацияһы буйынса «Һуңғы ҡыңғырау»ҙар мәктәптә яңғырамай, дистанцион рәүештә уҙғарыласаҡ. Муниципалитеттарға интернет селтәрҙәрендә онлайн-флешмобтар һәм башҡа дистанцион саралар үткәреү тураһында хаттар ебәрелгән дә инде.
Ул был тыйыуҙың шулай уҡ дүртенсе һәм туғыҙынсыларға, балалар баҡсаларының сығарылыш төркөмдәренә лә ҡағылыуын белдерҙе. Илдар Мәүлетбирҙин төркөм булып йыйылып, тәбиғәт ҡосағына сығырға ярамағанлығы хаҡында ла иҫкәртте.
Ә сығарылыш кисәләрен нисек үткәреү хәл ителмәгән әле. Мәғариф министрлығында һөйләшеүҙәр алып барыла.
Читайте нас: