+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Май 2020, 16:14

"Тажлы" вирус еңелергә уйлаймы?

"Башҡортостан, Рәсәйҙән 2-4 көнгө һуңлап, платоға сыҡты. 20 майға вирус йоҡтороусылар һанының 80-90 кешенән кәмеүен көтәбеҙ", - тип яҙған Фейсбукта медицина фәндәре докторы Нәүфәл Заһиҙуллин.

Уның әйтеүенсә, бөгөнгә республикала коронавирусҡа тест үткәреү өсөн сират бөткән.
Үҙизоляция режимын йомшарттылар. Күптәр эшкә сыҡты. Әммә тынысланырға, барыһы ла үтеп бара, тип уйларға иртәрәк әле. Сөнки тегендә-бында вирус йоҡтороусылар асыҡланыуы тураһында ишетеп торабыҙ. Кисә генә студенттар ятаҡтарында ла "тажлы" вирус табылыуы тураһында белдек. Студенттарҙы тиҙ арала өйҙәренә ҡайтарасаҡтар. Йәштәр бер-береһенә йоҡтора башлаһа, үҙизоляция режимын тағы ла көсәйтеп ҡуйыуҙары ла ихтимал. Шулай булғас, хәҙер һаҡланыу сараларына иғтибарҙы айырыуса көсәйтергә кәрәк. Республикала юҡҡа ғына битлекһеҙ йөрөгән өсөн штраф һалыу тураһында ҡанун сығармағандарҙыр инде. Артыҡ иркенәйеп, коронавирустан һаҡланыу ҡағиҙәләре тураһында онотоп ебәрмәйек.
15 майға ҡарата мәғлүмәттәр буйынса Башҡортостанда 1874 кеше COVID-19 вирусын йоҡторған. Шуларҙың 90-ы һуңғы тәүлеккә тура килә. Бөтәһе 580 кеше һауыҡҡан, ә үлгәндәр һаны 16 килеш ҡала.
Читайте нас: