+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Май 2020, 16:39

Йыл аҙағына тиклем 24 балалар баҡсаһы сафҡа инәсәк

Республикабыҙҙың төрлө райондарында бер үк ваҡытта 24 балалар баҡсаһы төҙөлә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәрҙә белдереүенсә, был мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары йыл аҙағынаса тапшырыласаҡ.

– Дәүләкәндә бер юлы күптән көтөлгән 240 урынлыҡ ике балалар баҡсаһы төҙөлә. Уларҙа заманса физкультура һәм спорт залдары, логопед, психолог кабинеттары, кер йыуыу бүлмәһе, хәҙерге заман ҡоролмалары менән аҙыҡ әҙерләү блогы буласаҡ, – тип хәбәр итә төбәк етәксеһе.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, Дәүләкәндә балалар баҡсалары төҙөлөп бөтөү менән мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына сират бөтөрөләсәк.
Читайте нас: