+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Май 2020, 16:33

«Балыҡ, ҡап-ҡап, яр башында ялтырап ят-ят!»

Ял көндәрендә йылға-күл буйҙарында балыҡ тотоусылар бигерәк тә күп күренә. Атай-әсәйҙәре, туғандары менән килеүсе малайҙар ҙа бар.

Беҙ бәләкәй саҡта атайҙы эйәртеп балыҡҡа барһаҡ: «Балыҡ, ҡап-ҡап, яр башында ялтырып ят-ят!» – тип һамаҡлай торғайныҡ. Шулай тип әйтеп, күберәк эләктерергә теләгәнбеҙҙер инде, күрәһең.
Балыҡ ҡармаҡлауға бәйле әллә күпме ырым-ышаныуҙар һаман да йәшәп килә. Ҡармаҡ аша атларға ярамай, юғиһә, балыҡ тотолмаясаҡ. Эләккән береһен һанау ҙа тыйыла. Балыҡҡа китеп барғанда уңыш теләп ҡалһалар ҙа, күп табыш алмауға ишара.
Балыҡҡа бәйле һынамыштар ҙа бар. Яҙ көнө, мәҫәлән, алабуға менән шырт балығы эләкһә, бойҙай, арпа, арыш уңа.
Читайте нас: