+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Май 2020, 17:08

Ипотека түләү өсөн 100 мең һум кемдәргә биреләсәк?

Республикабыҙҙа ҡайһы бер ғаиләләргә ипотека буйынса проценттарҙы түләү өсөн 100 мең һумға тиклем аҡса биреләсәк.

Бындай мөмкинлектән кемдәр файҙалана ала һуң? Хәбәр итеүҙәренсә, ишле ғаиләләр, инвалид бала тәрбиәләгәндәр, инвалидтар, яңғыҙ ата-әсәләр, шулай уҡ 2020 йылдың 15 мартынан 1 июненә тиклем эшен юғалтҡан граждандар. Бындай субсидия 2018 йылдың 1 ғинуарынан әлеге йылдың 1 апреленә тиклем ипотека алғандарға бирелә. Субсидия биреү ваҡыты – ошо йылдың 1 апреленән 31 декабргә хәтлем.
Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 218 – 17 – 49, 8 (347) 218 – 17 – 42, 8 (347) 218 – 17 – 43, 8 (347) 218 – 17 – 45.
Читайте нас: