+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Май 2020, 17:53

Учи.ру платформаһы донъя сайттары араһында икенсе урынды биләй

Рәсәйҙең Учи.ру платформаһы менән күптәрегеҙ яҡшы таныш. Ул инеүселәр һаны күп булған донъялағы белем биреү сайттары араһында икенсе урынды яулаған. Ә тәүге урынды өлкәндәргә белем алырға ярҙам итеүсе Instructure.com Америка сайты биләй.

Учи.ру белем биреү платформаһы уҡыусыларға фәндәрҙе интерактив рәүештә өйрәнергә, тикшереү эштәренә һәм имтихандарға ла әҙерләнергә ярҙам итә. Пандемия шарттарында һәм мәктәптәрҙең дистанцион уҡыу мәлендә ул 35 мең мәктәптән 8 миллиондан ашыу уҡыусының уҡыу майҙансығына әйләнгән.
Читайте нас: