+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Май 2020, 08:28

Ике яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты сафҡа инә

Ауырғазы районының Таштамаҡ һәм Ҡорманай ауылдарында июнь аҙағында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары сафҡа инәсәк. Улар «Ауыл биләмәләренең комплекслы үҫеше» федераль программаһы сиктәрендә төҙөлгән.

Таштамаҡтағы фельдшер-акушерлыҡ пункты өс ауылдан 1 меңгә яҡын кешене хеҙмәтләндерәсәк, Ҡорманай – Өршәк ауыл хакимиәтендәге 800-гә яҡын кешене. Элекке биналары 50-60 йыл элек төҙөлөп, күптән бик иҫкергән. Ә яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары хәҙерге заман талаптарына яуап бирәсәк.
Республикабыҙҙа «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә быйыл 72 фельдшер-акушерлыҡ модуле алынасаҡ. Шуларҙың 57-һе – федераль, 15-е – республика ҡаҙнаһынан.

Читайте нас: