+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Май 2020, 08:45

Рәсәй Президенты ла, республика Башлығы ла Ураҙа байрамын өйҙә билдәләргә саҡырҙы

Республикабыҙҙа 24 майҙа Ураҙа байрамын билдәләйәсәкбеҙ. Был көндә мәсеттәрҙә һәр ваҡыт диндарҙар ҡатнашлығында йәмәғәт намаҙҙары уҡыла ине.

18 майҙа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә быйыл Ураҙа байрамы Пасханы билдәләгән кеүек ойоштороласағын белдерҙе.
– Юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға ярашлы, беҙ бергә йыйылыуҙы тыйырға һөйләштек. Шуға күрә йәмәғәт намаҙҙарын онлайн-трансляция режимында үткәрергә тәҡдим итәбеҙ, — тине ул.
Бындай ҡарар дин әһелдәре менән кәңәшләшкәндән һуң ҡабул ителгән.
Рәсәй Президенты Владимир Путин да республика мөфтөйҙәрен тыңлап, Ураҙа байрамын өйҙә генә билдәләргә саҡырҙы.
– Дин әһелдәре диндарҙарҙы, ислам юлынан барыусыларҙы хәҙерге ваҡытта байрамды өйҙә билдәләргә, коллектив намаҙҙарҙан һәм дуҫтар, ҙур төркөмдәр менән бергә йыйылыуҙан баш тартырға саҡырыуҙарын да беләм. Был абруйлы һүҙҙе мотлаҡ тыңларҙар, тип ышанам, – тине ул.
Читайте нас: