«Байыҡ» балалар бейеү конкурсы онлайн рәүештә үтәсәк
Проектта ҡатнашырға 3-тән 15 йәшкә тиклемге йәш бейеүселәр саҡырыла.
Бының өсөн 10 июнгә тиклем хореографик композицияны видеоға яҙҙырып, [email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк. Еңеүселәр һәм лауреаттарҙы иҫтәлекле бүләктәр көтә. Иң шәп башҡарыусылар ошо йылдың декабрендә уҙасаҡ «Байыҡ – 2020» Гала-концертына саҡырыласаҡ. Бәйләнештәр өсөн телефондар: 8 (347) 262-87-00 (475), 8 9374702517 (WhatsApp).