+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Май 2020, 08:51

Быйыл бөтә милли проекттар ҙа ғәмәлгә ашырылмаясаҡ

Рәсәй Президенты Владимир Путин иҡтисадты һәм социаль өлкәне күтәреү буйынса үткәрелгән кәңәшмәлә милли проекттарға ла ҡағылып, шулай тип белдерҙе.

– Әйҙәгеҙ, хәҙерге эш тураһында ла онотмайыҡ, шул иҫәптән милли проекттар хаҡында ла. Күп сәбәптәр арҡаһында ҡайһы бер беҙҙең программалар алдағы йылға күсереләсәк, сөнки беҙ уларҙы быйыл тормошҡа ашыра алмаясаҡбыҙ, – тине ул сығышында.
Ул ҡайһы бер милли проекттарҙы күсереүҙән азат ителгән ресурстарҙы дөрөҫ тотоноу, уларҙы кәрәкле урындарға йүнәлтеү тураһында ла әйтте. Рәсәй етәксеһе һүҙҙәренсә, алдағы көндәрҙә был мәсьәләгә тағы ла әйләнеп ҡайтасаҡтар әле.

Читайте нас: