+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Май 2020, 23:13

Ике мөһим сараны бер юлы үткәреү юлы ҡарала

Кремлдә Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү һәм Еңеү парадын бер көндә үткәреү мөмкинлеге ҡарала. Иң уңайлы көн тип 24 июнь һайланған. Мәғлүмәттәр буйынса, тап ошо көндә 75 йыл элек тәүге Еңеү парады үтеүе менән дә иҫтәлекле.

Әгәр ҙә 24 июнь көнө парад ҡына үткәрелһә, был көн ял көнө тип иғлан ителмәй. Шуға күрә президент хакимиәтендә ике мөһим сараны бер юлы үткәреү уңайлы, тип иҫәпләйҙәр. Халыҡ тауыш та бирә, парад та ҡарай аласаҡ. Етмәһә, ял көнө лә буласаҡ.
Шулай ҙа ҡәтғи ҡарар илебеҙҙәге эпидемиология торошона ҡарап хәл ителәсәк.
Читайте нас: