+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Май 2020, 18:27

«Минең Өфөм» конкурсына эштәр ҡабул ителә

Баш ҡалабыҙҙа 20 майҙан 29 июнгә тиклем «Минең Өфөм» ҡала конкурсы үтә. Ул Өфөгә нигеҙ һалыныуға 446 йыл тулыуға бағышлана.

Бәйге өс номинациянан торасаҡ: «Өфө кадрҙа» (Иҫтәлекле урындар, парктар, тәбиғәт ҡомартҡылары, йәшел биләмәләр фотолары. Унда ҡатнашыусы авторҙың үҙе булыуы мотлаҡ), «Мин йәшәгән ҡала» (ваҡыты 2 минуттан ашмаған видеояҙма), «Өфөләге яратҡан мөйөшөм» (үҙең теләгән ысулда төрлө материалдар менән эшләнгән һүрәт).
Эштәр, ғаризалар 11 июнгә тиклем cgb@ufa-lib электрон почтаһы буйынса «Минең Өфөм» билдәһе менән ҡабул ителә. Һуңлап ебәргәндәрҙең материалдары ҡатнашыуға индерелмәй.
Ғаризалар һәм эштәр ҡабул ителеп бөткәс, конкурстың икенсе этабы башлана. Унда һәр номинация буйынса иң яҡшы 10 эшкә тауыш биреү үткәрелә. Ул «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмдә https://vk.com/biblio_ufa 20 июнгә тиклем барасаҡ. Ә 22-еһенән 25 июнгә тиклем Өфөнөң үҙәкләштерелгән киң күләмле китапханалар системаһы сайтында www.ufa-lib.ru финал тауыш биреү уҙғарыла. Конкурсҡа йомғаҡ 29 июндә яһаласаҡ.
Читайте нас: