+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Май 2020, 08:05

Янғантауҙа яңы балалар баҡсаһы төҙөлә

Салауат районының Янғантау ҡасабаһында «Демография» милли проекты сиктәрендә балалар баҡсаһы төҙөлә.

Әлеге мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһын төҙөү йыл башынан – 20 ғинуарҙа башланған. 190 урынға иҫәпләнгән социаль объектты ошо йылдың 31 декабрендә тамамлау күҙаллана. Дөйөм майҙаны – яҡынса 3 мең 500 квадрат метр.
Проект буйынса бында балаларҙың үҫеше өсөн бөтә шарттар булдырыласаҡ: медицина һәм методика кабинеттары, музыка һәм спорт залдары, иркен бүлмәләр. Саф һауала тышта кескәйҙәргә уйнау өсөн ҡом менән уйнау урындары,бәләкәй өйҙәр, бәүелсәктәр һәм спорт ҡоролмалары ла ҡуйыласаҡ.

Читайте нас: