+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Май 2020, 22:52

Республикала меңдән ашыу балаға талпан ҡаҙалған

Республикабыҙҙа 2 мең 946 кешегә талпан ҡаҙалған, шуларҙың 1 мең 290-ы – балалар. Үткән йылда ошо ваҡытта 3 мең 172 кеше медицина учреждениеларына мөрәжәғәт иткән булған, шулар иҫәбендә – 1 мең 160 бала.

Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығынан белдереүҙәренсә, Гигиена һәм эпидемиология үҙәгендә, уның филиалдарында талпандарҙың энцефалит һәм боррелийҙар менән зарарланған булыуын тикшереү пункттары бар. Лабораторияларҙың адрестары һәм халыҡ өсөн урманға барғанда шәхси һаҡланыу ҡағиҙәләре тураһында мәғлүмәтте ошо сайтта http://02.rospotrebnadzor.ru/epidemiologic_situation/viral_encephalitis табырға мөмкин.

Читайте нас: