+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Май 2020, 09:00

Урмандарҙы яһалма тергеҙеү дауам итә

Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, әлеге көндә «Экология» милли проектының «Урмандарҙы һаҡлау» төбәк проекты сиктәрендә 4 мең 500 гектар майҙанда урмандар яһалма тергеҙелгән. Ә план буйынса барлығы 14 мең 200 гектар ерҙә был эштәрҙе башҡарыу күҙаллана.

Дәүләт заданиеһы буйынса ведомство ҡарамағындағы 31 учреждениеның 17-һе ҡушылған эштәрҙе тулыһынса үтәгән. Урмандарҙы яһалма тергеҙеү һәм үрсетеү буйынса саралар үткәргәндә проект сиктәрендә алынған яңы техника һәм ҡоролмаларҙың ҡулланылыуы эштең һөҙөмтәһен күпкә арттыра.
Ошо эштәр менән бер рәттән республикабыҙ «Хәтер баҡсаһы» халыҡ-ара акцияһында ла ҡатнаша. Ул 22 июнгә тиклем дауам итәсәк. Шулай уҡ Урман хужалығы министрлығы һуғыш геройҙарына арнап «Башҡортостан урмансылары» акцияһын да ойоштора.
Читайте нас: