+22 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Май 2020, 09:01

Илебеҙҙә йәйге мәктәп яны лагерҙары эшләргә тейеш

Мәғариф мәсьәләләре буйынса үткәрелгән кәңәшмәлә Рәсәй Президенты Владимир Путин шулай тип белдерҙе.

Бөтә шарттарҙы иҫәпкә алып, балаларҙың йәйге ялын, буш ваҡытын үткәреү, ижад мөмкинлектәрен ҡарау мөһим. Бының өсөн бөтә белем биреү инфраструктураһын йәлеп итергә кәрәк. Мәктәптәрҙә генә түгел, өҫтәмә белем биреү учреждениеларында ла көндөҙгө ял лагерҙарын асыуҙы ҡарарға. Шулар иҫәбендә кванториумдар, йәштәрҙең инновацион ижад үҙәктәре. Тиҙ арала хәл итеп, бөтәһен дә ваҡ нәмәһенә тиклем уйларға кәрәк. Бында ваҡ нәмәһе лә юҡ инде. Балаларҙың һәм хеҙмәткәрҙәрҙең сәләмәтлеген ныҡлы күҙәтеүҙе ойоштороу талап ителә, – тине Рәсәй етәксеһе.

Читайте нас: