+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Май 2020, 08:43

Милли проект буйынса юлдар төҙөкләндерелә

Республикабыҙҙа «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә ремонтланған тәүге юл биләмәләре ваҡытынан алда файҙаланыуға тапшырылды.

Стәрлетамаҡ ҡалаһының Хоҙайбирҙин урамында «Дортрансстрой» йәмғиәтенең подряд ойошмаһы 1,5 саҡрым биләмәне төҙөкләндергән, был иһә урамдың транспорт менән файҙаланыу торошон күпкә яҡшыртҡан.
Икенсе сафҡа индерелгән объект – 3 саҡрымға һуҙылған Стәрлетамаҡ – Салауат автомобиль юлы. Был биләмә халыҡтың һорауы буйынса милли проектҡа индерелгән.
«Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проектында ете муниципалитет – Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалалары, Иглин, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Өфө райондары ҡатнаша. Юлдарға асфальт һалыуҙан тыш, республика буйынса 248 юл билдәһе, 1 мең 200 погон метр йәйәүлеләр ҡоймаһы, 23 светофор ҡуйыласаҡ. Шулай уҡ өс автоматлаштырылған үлсәү контроле пунктын ҡуйыу, фотоға һәм видеоға теркәү камералары һанын 459-ға тиклем арттырыу ҙа күҙаллана.

Читайте нас: