+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Май 2020, 13:13

Ни өсөн уй-хыялыңды кешегә һөйләргә ярамай?

Нимәлер тураһында хыялланһаҡ, тиҙерәк кем менәндер бүлешкебеҙ килә башлай. Бындай теләктең булыуы бик тәбиғи, тик белгестәр киләсәккә уй-хыялдарыңды сер итеп тоторға ҡуша. Ни өсөнмө?

Беренсенән, белдермәһәләр ҙә, күп таныштар араһында ла һине яратмаусылар булыуы бик ихтимал. Улар һинең бәхетле булыуыңды, хыялыңдың тормошҡа ашыуын теләмәй. Шуға күрә уйлаған ниәтеңде кемгәлер әйтергә ярамай. Етмәһә, улар үҙҙәре уңышһыҙлыҡҡа булышлыҡ итеүҙәре лә бар бит әле.
Икенсенән, алдағы көндәргә пландарың тураһында тирә-яҡтағыларға һөйләһәң, килеп сыҡмай ҡуйһа тип, үҙең дә ҡурҡа башлайһың. Күптәр бер ни аңлайынса үҙ-үҙҙәренә баҫым яһай. Белгестәр быны үҙ-үҙеңә күҙ тейҙереү тиһә, психологтар хисле яныу тип атай.
Өсөнсөнән, энергетик вампирҙарҙан да һаҡ булырға кәрәк. Улар, килеп сыҡмаҫ ,тип уйлаған уйыңдан кире ҡайтарыуҙары бар. Мәҫәлән, иң ябай миҫал. Һин Америкала эшләргә теләйһең, ти. Был хаҡта туғандарыңа һөйләһәң, һине күтәреп алыр урынға: «Нимәгә ул һиңә? Унда һине көтөп торалармы? Үҙебеҙҙә лә һәйбәт эш етерлек», – тигәндәрен көт тә тор. Шуға уй-хыялдарыңды һөйләр алдынан мең тапҡыр уйлап алырға кәрәк.
Читайте нас: