+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Май 2020, 11:38

Дежур төркөмдәргә 16 мең бала йөрөй

Республикабыҙҙа асылған балалар баҡсалары һаны артыуын дауам итә. Тик мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары әлегә тулыһынса эшләмәйәсәк әле.

Кескәйҙәр дежур төркөмдәрҙә генә ҡабул ителә. Улар барлығы 630 балалар баҡсаһында ойошторолған. Мәғлүмәттәргә күҙ һалғанда, республикала 1 мең 529 дежур төркөмөнә 16 мең бала йөрөй.
Балалар баҡсалары ата-әсәләрҙең теләге буйынса көн һайын тиерлек асыла. Мәҫәлән, баш ҡалабыҙҙа 18 майға 93 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы эшләһә, бөгөн иһә 134-кә еткерелгән. Атай-әсәйҙәргә балаларын йөрөтә башлар өсөн табиптан коронавирус инфекцияһы менән ауырыусы менән бәйләнеш булмауы тураһында справка алыу талап ителә.
Читайте нас: