+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Май 2020, 09:49

Өлгөргәнлек аттестаттары график буйынса биреләсәк

Сығарылыш синыф уҡыусыларына өлгөргәнлек аттестаттары график буйынса биреләсәк, белем усаҡтарына тейешле рекомендациялар ҙа ебәрелгән.

– Беҙҙең балаларҙың күмәкләп ойошоуына һис тә юл ҡуйырға ярамай. Аттестаттары артынан бер үҙҙәре генә килмәүҙәрен дә аңлайым. Ун бер йыл буйына ынтылған был иҫтәлекле ваҡытты атай-әсәйҙәре, яҡындары ла күрергә теләй. Коронавирус йоҡтороу осраҡтарын булдырмаҫ өсөн, кешеләр һанын мөмкин тиклем кәметеүҙе һорайым, – тип белдерҙе Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.
Алдан хәбәр итеүҙәренсә, мәктәптәрҙә өлгөргәнлек аттестаттарын тапшырыу коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймаған санитар-эпидемиологик талаптарҙы тулыһынса үтәү шарттарында биреләсәк.
Читайте нас: