+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Май 2020, 09:37

Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!

Бөгөн барлыҡ мосолмандар изге Рамаҙан айын тамамлап, Ураҙа ғәйетен билдәләй. Коронавирус инфекцияһына таралыуға юл ҡуймаҫ өсөн, дин ҡәрҙәштәребеҙ күмәкләп ғибәҙәт ҡылмай, байрамды өйҙә генә үткәрә.

– Карантин бөткәс, бәлә киткәс, Аллаһы Тәғәләне маҡтап меңләгән мәсеттәрҙә кешеләр бергәләп ғибәҙәт ҡылыр. Быйыл бөтәһенә лә билдәле сәбәптәр арҡаһында изге Ғәйет әл-Фитр байрамын ғаиләлә яҡындарыбыҙ менән генә байрам итәбеҙ, – тиелә Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты сайтында.
Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин һүҙҙәренсә, һуңғы йылдарҙа республика мосолмандары был байрамды киң билдәләргә өйрәнгән.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл Рамаҙан айына планлаштырылған бик күп ҙур сараларҙы тормошҡа ашыра алманыҡ. Шулай ҙа беҙ кәйефебеҙҙе төшөрмәйбеҙ, сөнки Аллаһы Тәғәлә беҙҙән дә яҡшыраҡ белә. Алдағы йылдарҙа Рамаҙан айын, бөтә ифтарҙарҙы һәм Ураҙа байрамын күпкә яҡшыраҡ итеп үткәрергә яҙһын, – ти мөфтөй.
Бөгөн Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдиндың байрам хөрмәтенән өгөт-нәсихәттәре Беренсе һәм Башҡортостан юлдаш телеканалдарынан күрһәтелә. Яҙмаһы cdum.ru сайтына һәм социаль селтәрҙәргә урынлаштырыла. Башланыу ваҡыты – иртәнге 9 сәғәттә.
Читайте нас: