+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Май 2020, 10:52

Бөгөн – Таҫтамал көнө!

Һәр йыл һайын 25 майҙа күренекле Бөйөк Британия яҙыусыһы Адамс Дугластың ижадын хөрмәт итеүселәр тарафынан Таҫтамал көнө билдәләнә. Был көндө улар, бер минутҡа ла айырылмай, үҙҙәре менән көнө буйына таҫтамал йөрөтә. Шулай итеп, яратҡан әҙиптәрен ҡәҙерләп иҫкә алалар.

Яҙыусы, драматург, сценарий яҙыусы Адамс Дуглас фантастикаға ҡоролған юмористик әҫәрҙәре менән киң билдәле. Уның донъя кимәлен яулаған «Галактика буйлап автотуҡтатҡыста» романында таҫтамал автотуҡтатҡыс менән йөрөүсе кешенең алмаштырғыһыҙ әйберенә әйләнеп, төрлө ерҙәр буйлап сәйәхәт итә. Яҙыусы фекеренсә, туристың көндәлек тормошонда ябай таҫтамал иң мөһим әйберҙәрҙең береһе. Һыуыҡ булһа, ябынып ятырға, һыу инергә барғанда ҡомға түшәргә, башыңа бәйләргә лә була... Һәм, әлбиттә, гигиена маҡсаттарында ла ҡулланаһың, һөртөнәһең.
Ә Таҫтамал көнө үҙе 2001 йылда барлыҡҡа килгән. Яҙыусы үлгәндән һуң өс көн үткәс, ижадын хөрмәтләүселәр тарафынан уйланылып, 25 майҙа билдәләнә башлай.
Читайте нас: